4 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2009 йыл, 12:38

Йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең 90 йыллығына арналған сараларға әҙерлек бара

автор: Эльмира Сабирова

10 ноябрҙә Өфөлә Хөкүмәт йортонда Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең 90 йыллығына арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

2010 йылда республика комсомол ойошмаһы төҙөлөүгә 90 йыл тула, әлеге ваҡытта уның хоҡуҡ вариҫы булып Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы тора.

Комсомол ойошмаһының иң яҡшы традицияларын дауам иттереү һәм дәүләт йәштәр сәйәсәтен артабан әүҙемләштереү маҡсатында быйыл июлдә БР Президенты “Башҡортостан йәштәр йәмәғәт берләшмәләре ойошторолоуының 90 йыллығы тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.

Юбилей датаһына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры  Ғеман Әсәҙуллин, шулай уҡ республика вуздары ректорҙары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар инде.

темалар: йәштәр