4 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2009 йыл, 12:03

Башҡортостан Парламенты 2010 йылға бюджет тураһында закон ҡабул итергә йыйына

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанс һәм күсемһеҙ милек буйынса комитеты ултырышы 10 ноябрҙә сәғәт 10-да үткәрелә. Ул иң элек “2010 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы проектына арналасаҡ. Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң килгән төҙәтмәләрҙе ҡарап, депутаттар закон проектын парламенттың ноябрь ултырышында икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн әҙерләргә йыйына.

Бынан тыш, ултырыштың көн тәртибендә — Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға һәм 2012 йылға тиклем осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проекты (төҙәтмәләрҙе һәм күҙаллауҙы раҫлау), « Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға Республика мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бюджеты тураһында» БР Законы проекты (шулай уҡ икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙар) һәм «Транспорт һалымы тураһында» БР Законына үҙгәрештәр проекты (беренсе уҡыу).

Депутаттар шулай уҡ Дәүләт Йыйылышының  Дәүләт Думаһына “Күсемһеҙ милеккә һәм уның менән эш итеүгә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе тураһында” Федераль Закондың 7-се һәм 8-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында федераль закон проектын индереү буйынса закон сығарыу инициативаһын тикшерәсәк.