Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

“Эшлекле бәйләнештәр биржаһы” үткәрелә

Иҡтисад

26 ноябрҙә Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы “Эшлекле бәйләнештәр биржаһы”н ойоштора. Унда Өфө һәм Башҡортостандың ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә эшҡыуарҙар ҡатнашасаҡ.

“Эшлекле бәйләнештәр биржаһы” үткәреү республика һәм яҡындағы өлкәләр предприятиелары араһында яңы үҙ-ара бәйләнештәрҙе юлға һалыуға, бизнес  һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм Урал-Волга буйы төбәгенең иҡтисади именлеген нығытыуға йүнәлтелгән.

Бәйләнештәр биржаһы предприятиелар етәкселәре араһында туранан-тура һөйләшеүҙәр формаһында үтәсәк, был эшҡыуарҙар араһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мөмкин тиклем күберәк туранан-тура бәйләнештәр урынлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.

Программала – ҡатнашыусы компаниялар менән таныштырыу, “Бәләкәй һәм урта бизнестың реклама хаталары” фотокүргәҙмәһе, потенциаль партнерҙарҙың алдан төҙөлгән график буйынса һөйләшеп килешеүҙәре, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса белгестәр менән индивидуаль консультациялар, персонал һайлап алыу буйынса эшкә сығымдарҙы оптималләштереү буйынса мастер-класс.

Өҫтәмә мәғлүмәтте Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзында алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть