4 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2009 йыл, 10:59

Башҡортостан туриндустрия союзы төҙөләсәк

автор: Эльмира Сабирова

10  ноябрҙә Өфөлә Профсоюздар йортонда Башҡортостан туриндустрия союзы төҙөү буйынса ойоштороу съезы үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, туриндустрия союзы ойоштороу тураһында мәсьәлә  ағымдағы йылдың авгусында Бөрйән районында   үткән БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының күсмә  кәңәшмәһендә  күтәрелгәйне.

Был  йәмәғәт берекмәһенең төп маҡсаты – туристик хеҙмәтләндереүҙәр баҙарын юлға һалыу, төбәктең туризм мөмкинлектәрен киңәйтеү, Башҡортостан өсөн дөйөм туристик бренд булдырыу.

Башҡортостан   туриндустрия  союзына  500-ҙән ашыу турбизнес, ҡунаҡхана хужалығы,  санатор-курорт комплексы ойошмалары, шулай уҡ транспорт, страховка  компаниялары,  уҡыу йорттары, туризм менән  идара  итеү  төбәк ассоциациялары  һәм органдары, шулай уҡ туризмды үҫтереү  мәсьәләләрен  даими  яҡтыртып  барыусы  киң  мәғлүмәт саралары  инәсәк.

Съезд сиктәрендә Башҡортостан   туриндустрия  союзының Уставы ҡабул ителсәк.

темалар: Туризм