5 декабрь, Дүшәмбе

09 ноябрь 2009 йыл, 10:25

Башҡортостан делегацияһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының XI съезында иң күп һанлыларҙан буласаҡ

автор: Марина Шумилова

“Берҙәм Рәсәй”ҙең   Башҡортостан  төбәк бүлексәһе партияның иң ҙур ойошмаларының береһе иҫәпләнә. 2009 йылдың 29 июленә ҡарата төбәк бүлексәһендә 68 меңдән ашыу ағза иҫәптә торған. Башҡортостан делегацияһы  “Берҙәм  Рәсәй” партияһының  XI съезында иң  күп һанлыларҙан буласаҡ – уның эшендә  18 делегат ҡатнашасаҡ.

Һуңғы осорҙа ҡала һәм райондарҙа партия ойошмалары һаны артты. Урындағы бүлексәләрҙә 3262 тәүге ойошма эшләй. Ағымдағы йылда ғына республикала 136  тәүге ойошма барлыҡҡа килде. Бөгөн тәүге бүлексәләр  һәм республика буйынса һайлау участкалары һаны нисбәте 95 процент тәшкил  итә. Был, әлбиттә,  “Берҙәм Рәсәй” партияһының тәьҫирен көсәйтеүҙә сағылмай ҡалмай.

Октябрҙә үткән урындағы  үҙидара органдарына һайлауҙарҙа һайлаусыларҙың   88,6 проценты “Берҙәм Рәсәй” кандидаттары өсөн тауыш биргән.  Һайланған 134 депутаттың  118-ҙе берҙәм рәсәйлеләр.

темалар: Партиялар