4 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2009 йыл, 9:44

Мортаза Рәхимов Глеб Фетисов менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

7 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль Советы Президиумы ҡарамағындағы социаль-иҡтисади үҫеш һәм көрсөккә ҡаршы саралар эшкәртеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Глеб Фетисов менән осрашты.

Осрашыуҙа банк системаһын артабан үҫтереү, шулай уҡ республикала халыҡты һәм предприятиеларҙы хеҙмәтләндереү буйынса «Минең банкым.Башҡортостан» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен асыу мәсьәләләре тикшерелде.

Мортаза Рәхимов төбәк иҡтисадын нығытыу һәм кредит  учреждениелары ойоштороу өсөн банк системаһын артабан үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.  Башҡортостан Президенты яңы банктың социаль программаларҙы һәм инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу перспективалары менән ҡыҙыҡһынды.

«Минең банкым.Башҡортостан» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен ойоштороу инициаторы булып торған Глеб Фетисов Президентҡа, “Ипотека торлаҡ кредиты биреү агентлығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте стандарттары буйынса республика халҡына торлаҡ ипотека кредиттары биреү банк эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тип хәбәр итте. Шулай уҡ банк бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөү буйынса социаль программала ҡатнашырға әҙер. Ҙур сәнәғәт предприятиеларына, шулай уҡ  бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларына кредит биреүгә ҙур иғтибар бүленәсәк, тип билдәләне  Глеб Фетисов. Киләсәктә «Минең банкым.Башҡортостан» акционерҙар йәмғиәте республика биләмәһендә 20-нән артыҡ яңы һатыу нөктәләре асырға һәм банкоматтар селтәрен үҫтерергә планлаштыра.