7 декабрь, Шаршамбы

06 ноябрь 2009 йыл, 16:06

Республика Президенты иң яҡшы ауыл эшсәндәрен бүләкләне

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн  Республика Йортонда БР Президенты Мортаза Рәхимов ауыл эшсәндәрен – хужалыҡ етәкселәрен, механизаторҙарҙы, инженерҙарҙы, һыйыр һауыусыларҙы, агроном һәм зоотехниктарҙы – юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне.

–  Ауыл хужалығы һәм  эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн мин төп байрамдарҙан иҫәпләйем,– тине республика башлығы,– Мин һеҙгә намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.

Йыл ҡатмарлы булды,әммә ҡыйынлыҡтарға ҡармаҫтан,ауыл хужалығы етештереүселәре яҡшы һөҙөмтәләргә иреште,тип билдәләне ул. Күп күрһәткестәр  былтырғы йыл кимәленә яҡын.

Был көндө Ордендарға, Хөрмәт грамоталарына, отличие билдәләренә һәм маҡтаулы исемдәргә 95 ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды. Ете производство коллективы һәм бер ауыл хакимиәте БР Президентының  Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Стәрлетамаҡ  районының “Рощинский совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директоры  Әнүәр Абдрафиҡов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнде. Ул етәкләгән ауыл хужалығы предприятиеһын тулы хоҡуҡ менән өлгөлө тип атарға була. Бында етештерелгән сеймал  ошонда уҡ эшкәртелә лә. Киләсәктә “Рощинский совхозы”  тулы циклға эйә күп профилле предприятиеға әүерелергә тейеш. Августта совхозда ит комбинаты эшләй башланы. Мортаза Рәхимов предприятие етәкесеһенә намыҫлы хеҙмәтен таныуын белдерҙе, ә Әнүәр Абдрафиҡов, үҙ сиратында,  республика башлығына хужалыҡҡа финанс ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтте. Әйткәндәй, матди ярҙам тос булды. Ит эшкәртеүҙе ойоштороу өсөн генә төбәк ҡаҙнаһынан дөйөм сығымдар 150 миллион тәшкил иткән ваҡытта 102 миллион һум күсерелде.

Дыуан районы “Ярославка” ауыл хужалығы етештереү кооперативының 1-се бригадаһы тракторсыһы Павел Игишев  Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды.

“Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән алты хеҙмәткәр бүләкләнде.  Уларҙың береһе –  “Ергән машина – технологик станцияһы”  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең М.Горький участкаһы тракторсы –машинисы Латиф Әбдүшев. МТЗ-80 тракторы менән ул 25 йыл идара итә һәм үҙенең тоғро “тимер” аты менән айырылғыһы килмәй.

– Сирек быуат эсендә өйрәнеп тә киткәнмен, – ти ул. –  Был трактор менән туғанлашып бөттөк инде, сәсеү ваҡытында көнөнә 35  гектар үтә торғайным. Эҫе булыуға ҡарамай, көнөн дә, төнөн дә эшләнем. Сит илдән ҡайтарылған техникаға күсеп ултырырға тәҡдим итһәләр ҙә, үҙемдең машинамды йәлләйем. Техника станцияла  заманса хәҙер.

Туймазы  районының “Үҫән” ауыл хужалығы етештереү кооперативының машина менән һауыу операторы  Райхана Бикбаева ауыл хужалығы предприятиеһында 30 йыл эшләй.  Эшен ярата, шуға ла киләсәк пенсия тураһында уйламай ҙа: һаулыҡ булһа, үҙенең һәүкәштәрен ташламаясаҡ.

– Йәш саҡта ауыр ине ул, иртәнге сәғәт биштән тороуы еңел түгел,– ти ул.–Һуңынан өйрәнеп киттем, еңелерәк була башланы. Коллектив татыу, берҙәм, матур итеп эшләргә генә ҡала.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән 40 эшсән, тағы ла 43 хеҙмәт уңғаны   “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

темалар: Наградалар