Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә “Йәшел урам” үтәсәк

Сәйәсәт

Был ял көндәрендә Өфөлә “Йәшел урам” социаль акцияһы үтәсәк. Сараны “Ситибанк” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «FlashPoint» продюсерлыҡ үҙәге менән берлектә Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойоштора.

Палатаның матбуғат секретары Гөлшат Үҙәнбаева хәбәр итеүенсә, акция урамдарыбыҙҙың торошона һәм балаларҙың буш ваҡытын ойоштороуға ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Унда 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашасаҡ. Балалар сараны ойоштороусылар менән бергә ҡала урамдарына ағастар ултыртасаҡ. Һуңынан балалар өсөн “108 сәйнүк” кафеһында ланч һәм “Простор” кинокомплексында нәфис фильм ҡарау ойоштороласаҡ.

Акция 7 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә Ленин һәм Киров урамдары сатында башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть