Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә торлаҡ йыл башынан алып 24 процентҡа арзанайҙы

Иҡтисад

Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында йыл башынан алып бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 24 процентҡа кәмене. Торлаҡҡа хаҡ кәмеү темптары буйынса Өфө Рәсәйҙең 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 35 ҙур ҡалаһы араһында 12-се урында тора. Торлаҡҡа хаҡтар кәмеү буйынса лидерҙар иҫәбендә – Волгоград (38%), Пермь (33%), Тольятти (31%), Мәскәү (30%), Һамар (30%), Силәбе (30%), Владивосток (29%), Һарытау, Липецк, Красноярск (26%), Астрахань (25%), Өфө (24%).

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитиктары билдәләүенсә, ноябрь башына ил буйынса «квадрат»тың уртаса хаҡы 39 мең һум тәшкил иткән, был йыл башындағынан 21 процентҡа кәмерәк, әммә октябрь башындағыға ҡарағанда 2,5 процентҡа артығыраҡ.

Өфө бер квадрат метр өсөн 38000 һум хаҡ менән Рәсәйҙең 35 ҡалаһы исемлегендә 19-сы урынды биләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть