Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

“Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада төркөмө яңы программа тәҡдим итә

Йәмғиәт

7 ноябрҙә “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада төркөмө яңы юмористик программаһы менән таныштырасаҡ. Төркөм етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов хәбәр итеүенсә, программаның төп комик персонаждары Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәт улы менән Мәҙәк тамашасыларға өр-яңы һәм иң көлкөлө инсценировкаларын, скетч һәм шаяртыуҙарын тәҡдим итәсәк.

— Беҙҙең яңы проект хәҙерге заман кешеһе тормошонан – дауаханала, мәктәптә, юлда һәм башҡа урындарҙа осрауы бик ихтимал булған көлкөлө хәлдәрҙе күрһәтә, — ти Вәлит Хәлит улы. – Уларҙың һәр береһе туранан-тура беҙгә ҡағыла, шуға ла бик актуаль.

“Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” төркөмөнөң яңы программаһы менән таныштырыу Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үткәрелә. Унда артистар Вәлит Илембәтов, Хәмит Теләмов, Ғәлиә Моратова, Филүс Ҡалмурзин, Фаяз Йәнтурин, Хима Мөхәмәтйәнова, Ольга Хәйруллина һәм башҡалар ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть