9 декабрь, Йома

06 ноябрь 2009 йыл, 14:41

Стәрлетамаҡта халыҡ ижады фестиваль – конкурсы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

28 ноябрь Стәрлетамаҡта “Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным!”  IV  төбәк–ара балалар халыҡ ижады  фестиваль–конкурсы үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте,спорт һәм туризм министрлығынан  “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ижади бәйгенең маҡсаты –  Башҡортостан Республикаһында халыҡ ижадын популярләштереү, башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, йәштәрҙе милли традициялар менән таныштырыу.

Фестивалдә фольклор коллективтары, халыҡ йырҙары ансамблдәре һәм хорҙары, халыҡ инструменттарында уйнаусылар ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн  ғаризалар 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефодар: 8(347) 28-13-43, 28-51-26.

темалар: Конкурстар