11 декабрь, Йәкшәмбе

06 ноябрь 2009 йыл, 14:26

Раил Сарбаев алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Хөкүмәт дипломдары тапшырҙы

автор: Ольга Горюнова | фото: Андрей Старостин

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә  БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев төбәктең иң яҡшы агросәнәғәт комплексы предприятиеларына һәм хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдарын тапшырҙы.

БР Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында бөгөн республика агросәнәғәт комплексының бөтә тармаҡтары вәкилдәре йыйылды.

— Ауыл эшсәндәре йылды яҡшы ғына һөҙөмтәләр менән тамамлай. Һауа шарттары буйынса йыл еңелдән булманы. Шулай ҙа беҙ мул ғына уңыш — 3,2 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алыуға өлгәштек. Республика малсылары билдәле бер уңыштарға иреште. 2012 йылға тиклемге ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла, ә уның сиктәрендә — ит һәм һөт малсылығын үҫтереү, ауылдың социаль үҫеше программалары ла, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл ит һәм һөт малсылығын үҫтереүгә 1,3 миллиард һум аҡса бүленәсәк, был федераль бюджеттан төбәктәргә йүнәлтелгән иң ҙур сумма.

БР Хөкүмәте дипломдарын бөгөн иң яҡшыларҙан яҡшылар алды. Улар иҫәбендә агросәнәғәт комплексына алдынғы технологияларҙы уңышлы индергәне өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы, “Селена-Агро” дипломдар алды, һөҙөмтәле инвестицион эшмәкәрлеге өсөн Премьер-министр Максимовка сусҡасылыҡ комплексына награда тапшырҙы.

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ауыл хужалығы структуралары селекцияһындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн Дипломға лайыҡ булды. Ауыл хужалығы производствоһына фәнни эшкәртмәләрҙе уңышлы индергәне өсөн «Алексеевка» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Саҡмағош районының «Базы»  ауыл хужалығы производство кооперативы дипломдар менән бүләкләнде. «Красная Башкирия» ауыл хужалығы производство кооперативы һәм «Әһле» крәҫтиән-фермер хужалығы – үҫемлекселектә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн, «Рощинский» һәм «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиелары  — малсылыҡтағы юғары күрһәткестәре өсөн, «Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» ҡошсолоҡтағы ҡаҙаныштары өсөн наградаларға лайыҡ булды.

50-нән ашыу предприятие ауыл хужалығы производствоһындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн БР Хөкүмәте Дипломдарына һәм аҡсалата премияларға лайыҡ булды.

Шулай уҡ республиканың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы предприятиелары һәм һөнәре буйынса иң яҡшылар билдәләнде.

темалар: наградалар