Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Раил Сарбаев: грипп эпидемияһы иғтибар үҙәгендә

Йәмғиәт

Өфөлә мәктәп уҡыусыларының каникулдары бер аҙнаға оҙайтылды. Каникул ваҡытын оҙайтыу  тураһындағы ҡарар илебеҙҙә октябрь айында уҡ башланған грипп эпидемияһына бәйле ҡабул ителде.  Карантин эпидемик сиктең 23 проценттан артҡан осраҡта индерелә.

– Бөгөн Өфө буйынса был күрһәткес 15,7 процент тәшкил итә, ләкин беҙ хәлдең насарайыуын көтмәҫкә булдыҡ.  Тәжрибә лә шуны күрһәтә: һаҡлау сараларын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә, Мәҫәлән, вуздарҙа уҡытыу процесын бер аҙнаға алдараҡ туҡтатыуҙан һуң дауаханаларға грипп билдәләре менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны 300 кешегә кәмене,– тине БР Хөкүмәте Премьер–министры Раил Сарбаев.

Өфөлә 1 ноябргә  грипп менән ауырыусы 6898 кеше теркәлгән, уларҙың күпселеге – 18 йәшкә тиклемге балалар.

Раил Сарбаев һүҙҙәре буйынса, әлегә  каникулдар баш ҡала мәктәптәрендә генә оҙайтылған, республиканың башҡа төбәктәрендә хәл насарайған осраҡта, унда ла карантин индереләсәк.

– Грипп эпидемияһы  иғтибар үҙәгендә тотола, – тине Раил Сарбаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть