8 декабрь, Кесе йома

06 ноябрь 2009 йыл, 12:39

Марсель Сәлимов Рәсәй әҙәбиәте академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланған

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Яҙыусылар союзының 75 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Мәскәүҙән күңелле хәбәр килде: ижади хеҙмәттәре һәм йәмғиәт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов Рәсәй әҙәбиәте академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланған.

Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков почетлы рәйесе булған академияға юғары талантлы кешеләр клубын ойоштороу һәм әҙәбиәт өлкәһендә йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу маҡсатында 2006 йылда нигеҙ һалына. Ул идеялар күтәреп сығыу, милли һәм һәм халыҡ-ара интеллектуаль проекттарҙы мәғлүмәти яҡлау һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Академия ағзалары итеп күренекле шәхестәр – бөтә Рәсәйҙә һәм донъяла билдәле булған актуаль һәм юғары художестволы әҫәрҙәр авторҙары һайлана.

Академия президенты Владимир Мирневтың ҡотлау хатында шулай тиелә: “Беҙ һеҙҙе, хөрмәтле Марсель Шәйнур улы, сағыу яҙыусы-сатирик, 25 китап авторы, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте тарихында беренсе сатирик ике томлыҡ китап авторы, башҡортса “Һәнәк” сатира һәм юмор журналы мөхәррире, “Алеко” Халыҡ-ара юмористар премияһы лауреаты (Болгария), донъяла беренсе Халыҡтар юморы йәмғиәтенең ҡушма ойоштороусыһы (Габрово), РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ беләбеҙ. Беҙҙең ижади проекттарҙа, Академия эшендә һәм уның баҫмаларында Һеҙҙең әүҙем ҡатнашыуығыҙға өмөтләнәм”.

Марсель Сәлимов 14  йәшенән үк, йәш хәбәрсе булараҡ, “Һәнәк” журналы биттәрендә үҙ фельетондары һәм юморескалары менән сығыш яһай. Ә БДУ-ны тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ошо баҫма редакцияһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай һәм әле лә шунда эшләй.  Рәсәй әҙәбиәте академияһының яңы ағза-корреспондентының ижади пландарында – “Башҡорт сатираһы һәм юморы антологияһы”н төҙөү һәм баҫыуға әҙерләү.

темалар: әҙәбиәт