9 декабрь, Йома

06 ноябрь 2009 йыл, 11:55

Таможня хеҙмәткәрҙәре Диниә назаратына китаптар тапшырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан таможняһы БР мосолмандары Диниә назаратына ғәрәп һәм фарсы телдәрендә 50-гә яҡын китап бүләк итте.

БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов хәбәр итеүенсә, бөтә был китапхана уны законһыҙ рәүештә алып сығырға маташыусы Тажикстан гражданынан конфискацияланған. Руслан Сәйәхов әйтеүенсә, Диниә назаратына тапшырылған китаптар араһында Ҡөрьәндең төрлө баҫмалары айырыуса мөһим, улар мөфтиәт хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Шулай уҡ төрлө мосолман брошюралары ла байтаҡ.

темалар: дин