8 декабрь, Кесе йома

06 ноябрь 2009 йыл, 11:37

“Изгелек ҡыл балаға” хәйриә акцияһы үтәсәк

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Башҡортостан Республикаһында “Изгелек ҡыл балаға” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһын үткәреү тураһында” бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһына 2009 йылдың ноябрендә хәйриә акцияһы үткәрергә тәҡдим ҡабул ителде.

Акцияны әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә “Милләт сәләмәтлеге лигаһы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә акцияны әҙерләү һәм үткәреү буйынса саралар планы әҙерләргә, шулай уҡ акцияны әҙерләү һәм үткәреүҙә Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволарының ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушылды.

Бойороҡтоң үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.