5 декабрь, Дүшәмбе

06 ноябрь 2009 йыл, 10:55

«Пандефлю» клиник һынауҙарҙың беренсе этабын уңышлы үтте

автор: Эльвира Латыпова

Санкт-Петербургтағы Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Грипп ғилми-тикшеренеү институтында Өфө «Иммунопрепарат»ында етештерелгән A/H1N1 вирусына ҡаршы «Пандефлю» вакцинаһын дәүләт һынауы протоколдарын тикшереү бара. «Пандефлю»ҙың иммуноген әүҙемлеге, йәғни вакцинаның кеше организмында тотороҡло иммунитет эшкәртеп сығарыу һәләтлелеге, өйрәнелә. Клиник һынауҙарҙың беренсе этабы тамамланды. Яңы иммунобиологик сараның тулыһынса зарарһыҙ булыуы һәм түбән реактогенлығы раҫланды.

Хайуандарҙа тәжрибә ваҡытында “Пандефлю”ҙың хәүефле инфекцияға ҡаршы антиесемдәр барлыҡҡа килтереү буйынса юғары һөҙөмтәлелеге асыҡланды. Волонтерҙарҙа һынауҙарҙа ла вакцина юғары иммуногенлыҡ күрһәтер, тип көтөлә.

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Микроген” медицина иммунобиология препараттары буйынса ғилми-етештереү берекмәһе” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – “Иммунопрепарат” алдына йыл аҙағына тиклем кәмендә биш миллион доза “Пандефлю” вакцинаһы сығарыу бурысы ҡуйылды. Халыҡты иммунлаштырыу өсөн профилактика сараһын сәнәғәт етештереүе 2010 йылда ла дауам иттереләсәк.

Грипҡа ҡаршы иммунопрепараттар етештереүсе сит ил һәм ватан предприятиелары пандемик вакцина өҫтөндә эште бер үк ваҡытта тиерлек башланы. Әлеге ваҡытҡа 30-лап вакцина әҙерләнгән.

— Беҙҙең “Пандефлю” вакцинаһы иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ, — ти “Иммунопрепарат” директорының технология һәм етештереү буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Наил Заһиҙуллин.

Вирусолог, предприятиеның грипҡа ҡаршы цехы ғилми консультанты Михаил Пушкарев, киләһе эпидемия миҙгеленән A/H1N1 вирусына ҡаршы антиген миҙгелле гриптан  өс валентлы вакцины составына индереләсәк, тип иҫәпләй.