6 декабрь, Шишәмбе

05 ноябрь 2009 йыл, 17:24

Республика парламентында ете яңы закон проекты ҡаралды

автор: Николай Ермоленко

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары өс даими комитеттың ултырышында ете яңы закон проектын тикшерҙе. Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуғы буйынса уполномоченный тураһында” БР Законын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында норматив хоҡуҡи акттар тураһында”, “Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы тураһында” БР Закондарына һәм “Башҡортостан Республикаһында  дәүләт  граждандар хеҙмәте тураһында”  БР законының 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарын хупланы.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, профессиональ байрамдар һәм башҡа билдәле даталар тураһында”  БР Законының 3-сө һәм 1-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты менән Башҡортостан Республикаһының Конституция көнөн (24 декабрь) “Байрам көндәренән” “Иҫтәлекле көндәргә” күсерергә тәҡдим итә.

Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет “Мәҙәниәт тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында ижади  хеҙмәткәрҙәр һәм ижади союздар тураһында” БР Закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында тәҡдим индерәсәк.