Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

“Йыл эшҡыуары” конкурсына заявкалар ҡабул итеү оҙайтылды

Иҡтисад

“Йыл эшҡыуары” конкурсын ойоштороусылар – БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, “Рәсәй терәге” Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм "First Business School" – заявкалар ҡабул итеүҙе 24 ноябргә тиклем оҙайтты.

Конкурста бөтә республиканан үҙ бизнесы уңышы тарихын төбәктең эшлекле даирәләренә еткерергә әҙер булған эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.  Конкурстың маҡсаты – иң уңышлы компаниялар хужаларын һәм етәкселәрен асыҡлау.

Конкурс бер нисә номинация буйынса үткәрелә. Төп номинация – “Йыл эшҡыуары” – үҙ бизнесын үҫтереүҙә өлгәшкән юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Унан тыш, өҫтәмә номинациялар ҙа бар: «Урта/бәләкәй бизнес категорияһында иң яҡшы производство предприятиеһы етәксеһе»,  «Урта/бәләкәй бизнес категорияһында иң яҡшы сауҙа предприятиеһы  етәксеһе», «Бәләкәй бизнес категорияһында хеҙмәтләндереү өлкәһендәге иң яҡшы предприятие етәксеһе», «Микробизнес категорияһында иң яҡшы предприятие етәксеһе», «Башҡортостан Республикһында эшҡыуарҙар берләшмәһе мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн», «Хәйриә эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн» һәм башҡалар.

Документтарҙың тулы комплекты http://www.oporarb.ru/doc/attachments.zip сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть