11 декабрь, Йәкшәмбе

05 ноябрь 2009 йыл, 16:44

Башкортостан вәкилдәре “Рәсәй берҙәм” форумында ҡатнашты

автор: Любовь Колоколова

Башкортостан  вәкилдәре   Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән  “Рәсәй  берҙәм” XIV халыҡ-ара ғилми-сәнәғәт  форумында ҡатнашты.  Унда Рәсәйҙең  46  төбәге һәм 22 сит ил вәкилдәре йәмғиәт үҫеше һәм иҡтисадты модернизациялауҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Мәҫәлән,РФ Иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина рәйеслегендә  РФ-ның  Иҡтисади үҫеш министрлығы  ҡарамағындағы тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса Совет ултырышы булып уҙҙы. Унда БР-ҙың Сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Вилорий Яҡупов ҡатнашты.

Башҡортостан вәкилдәре шулай уҡ  Рәсәй халыҡтары конгрессында, “Түбәнге Новгород өлкәһенең юғары технологиялы кластеры миҫалында  Рәсәй төбәктәрендә  бергә төҙөлгән инновацион – технологик программаларҙы бойомға ашырыуҙа халыҡ – ара  кооперацияһы” конференцияһында, нанотехнологиялар буйынса симпозиумда һәм башҡа сараларҙа ҡатнашты.