10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2009 йыл, 16:33

«Йәйғор» фестивалендә 600-ләп бала ҡатнаша

автор: Әлфиә Әһлиуллина

“Йәйғор” Республика балалар ижады фестивале Борай ауылында Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән туғыҙ йәштән 16 йәшкә тиклемге 600-ләп баланы – һәүәҫкәр коллективтар солистарын һәм унда ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Улар араһында Миәкә, Балтас, Баймаҡ, Әбйәлил, Архангел, Кушнаренко, Йәрмәкәй, Тәтешле, Стәрлебаш райондарынан, Салауат, Благовещен, Сибай, Межгорье, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларынан вәкилдәр.

Сара етәксеһе –Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп методисы Маргарита Мансурова хәбәр итеүенсә, фестивалдең бөтә номинациялары буйынса конкурс программаларын ҡарау бөгөн үк тамамланасаҡ. Ә кисен Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендәге жюри гала-концертта ҡатнашыусыларҙың исемдәрен иғлан итәсәк.

— Гала-концерт 6 ноябрҙә Борай район Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Унда шулай уҡ “Йәйғор” фестиваленә йомғаҡ та яһаласаҡ, — тине Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре.

Маргарита Мансурованың һүҙҙәренә ҡарағанда, элекке йылдарҙағы кеүек быйыл да конкурсанттар араһында «Вокал» номинацияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана — бөтәһе 48 заявка. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында хореографик коллективтар байтаҡ – 30-ға яҡын. Унда 20-нән ашыу фольклор һәм инструменталь ансамблдәр ҙә ҡатнашасаҡ. “Нәфис һүҙ” номинацияһында ҡатнашыусылар ҙа шул тиклем үк.

темалар: фестивалдәр