Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Белорет районын яңы юл тоташтырасаҡ

Сәйәсәт

Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Белорет районын яңы юл тоташтырасаҡ. Дөрөҫөрәге, әлеге ваҡытта Ишембай районы биләмәһендә һалынып ятҡан 13 километр юл.

Был участканы төҙөү зарурлығы 1996 йылда уҡ тыуғайны. Иҫке юл ландшафттың түбәнге яғы буйлап үтә. Ҡая таштар юл төҙөүселәргә етди ҡаршылыҡтар тыуҙыра һәм эште иҡтисади һөҙөмтәһеҙ яһай. Яңы юл иһә ҡалҡыулыҡ буйлап үтәсәк.

Әлеге ваҡытҡа 13 километрҙың алтауһы файҙаланыуға тапшырылған да инде. Тағы ла ике километрҙа юл полотноһы һибелгән.

Иҡтисадта көрсөк башланғанға тиклем эштәр әүҙемерәк барҙы, әммә хәҙер төҙөлөштө финанс проблемаһы тотҡарлай. Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин туранан-тура объектта ошо проблеманы тикшерҙе.

Президент әйтеүенсә, юл республикаға бик кәрәк – объектты финанслау юлдары эҙләп табыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть