Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бизнестың социаль яуаплылығы тураһында бюллетень донъя күрҙе

Иҡтисад

«Башҡортостан Республикаһы бизнес-берләшмәһенең социаль яуаплылығы» бюллетене донъя күрҙе. Был БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы 2009 йылда нәшер иткән төп проект.

Махсус баҫмала компанияларҙың эш хаҡы түләү өлкәһендәге сәйәсәте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге тураһында һөйләнелә. Уның төп геройҙары – хеҙмәткәрҙәре өсөн гарантиялар тәьмин итеү буйынса күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә булған һәм көрсөк шарттарында социаль тотороҡлолоҡто һаҡлау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тапҡан предприятиелар. Улар араһында – «НефАЗ», «Ҡыҙыл пролетарий», «Сода», «Каустик», «Башкирэнерго», «Өфө икмәге» акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡалар.

Социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәрен улар хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуҙа, ваҡытында лайыҡлы эш хаҡы түләүҙә, персоналдың һөнәрилеген үҫтереүҙә, хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың балаларына лайыҡлы ял һәм дауалау ойоштороуҙа күрә.

— Бөгөн республика алдында ауыр, әммә минең ҡарашҡа атҡарырлыҡ бурыс тора: көрсөк шарттарында былтырғы кимәлде түбән төшөрмәү генә түгел, шулай уҡ халыҡтың тормош кимәлен һәм сифатын артабан яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу, — ти үҙенең уҡыусыларға тәбрикләү мөрәжәғәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть