3 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2009 йыл, 14:30

Эшҡыуарҙар федераль бюджеттан аҡса алды

автор: "Башинформ"

Мәскәүҙә РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙамға средстволар бүлеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһына 200 миллион һум күләмендә икенсе транш бүленде. Әйткәндәй, беҙҙең төбәккә күршеләргә ҡарағанда күберәк аҡса “эләкте”. Мәҫәлән, Татарстан – 122 миллион, Ырымбур — 55, Екатеринбург 41миллион һум алды.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, был инде республика федераль бюджеттан алған икенсе транш.  

— Дөйөм алғанда, Рәсәй реконструкция һәм үҫеш банкы аша бәләкәй һәм урта предприятиеларға кредит биреүгә бүленгән средстволарҙы иҫәпкә алып, бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтеүгә бөгөн 1 миллиард 372 миллион һум аҡса бүленгән. Был бығаса булмаған аҡсалар. Тәбиғи, бындай суммалар урындағы бюджеттарҙан мотлаҡ ҡушма финанслау шарты үтәлгән осраҡта ғына бүленә. Беҙҙә быйыл республика бюджетынан бизнесҡа ярҙамға 500 миллион һум бүленде.

Бизнесҡа финанс ярҙамы яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. “Рәсәй терәге” рәйесе Сергей Борисов беҙҙең республикаға сәфәре ваҡытында билдәләүенсә, быйыл бөтә төбәктәрҙә лә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге кәмеүе күҙәтелә. Башҡортостанда иһә 9 айҙа 8840 яңы бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеһы төҙөлдө.

темалар: эшҡыуарлыҡ