8 декабрь, Кесе йома

05 ноябрь 2009 йыл, 13:49

Тәүге тапҡыр массаж буйынса БР чемпионаты үткәрелә

автор: Елена Макушина

Башҡортостан медицина колледжы базаһында 6 ноябрҙә медицина массажы буйынса белгестәр араһында Башҡортостан Республикаһының Беренсе асыҡ чемпионаты үтәсәк.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, чемпионат киң медицина хеҙмәтләндереүҙәре спектрының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ массажды популярлаштырыу, һәләтле белгестәргә ярҙам итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.

Чемпионат Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында ла беренсе тапҡыр үткәрелә.

Һайлап алыу турында республика ҡалаларынан һәм райондарынан медицина массажы буйынса 70 белгес ҡатнашты. Финалға һайлап алыу ярыштарында еңеүсе 20 кеше сыҡты. Жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә умыртҡа бағанаһы остеохондрозын дауалағанда ҡулланылған медицина массажының 20 төрлө методикаһы тәҡдим ителде. 17 белгес ингән судьялар коллегияһын профессор Юрий Новиков етәкләне.