Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Бушлай ер участкалары өфөләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк

Сәйәсәт

Өфө властары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡала Советы депутаттары ҡарары буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә шәхси торлаҡ төҙөлөшө тураһында положениеға тейешле үҙгәрештәр индерелде.

Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға йорт һалыу өсөн ер участкаһы бушлай биреләсәк. Уларҙы алыу хоҡуғына 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр, тулы булмаған ғаиләләр, үҙ торлағы булмаған бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре эйә.

Бушлай ер участкалары шулай уҡ ғаиләлә ауыр сирлеләр булған, уның менән бергә йәшәү ғаиләнең башҡа ағзаларына зарар килтереүе ихтимал булған осраҡтарҙа ла биреләсәк.

Торлаҡ төҙөү өсөн участка һайлағанда ғариза биреүселәрҙең теләге иҫәпкә алынасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть