10 декабрь, Шәмбе

05 ноябрь 2009 йыл, 11:28

«Матурлыҡ һәм һаулыҡ”, “Текстиль һәм мода” күргәҙмәләре асылды

автор: Эльвира Латипова | фото: Рафиль Сахабутдинов

4 ноябрҙә Өфөлә, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында, бер юлы ике күргәҙмә асылды: “Матурлыҡ һәм һаулыҡ” XVII махсус күргәҙмә-йәрминкәһе һәм “Текстиль һәм мода” Х юбилей махсус күргәҙмә-йәрминкәһе.

Рәсәйҙең 22 төбәгенән, шул иҫәптән Мәскәү, Ленинград, Силәбе, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, 150 предприятие һәм ойошма үҙ экспозицияларын тәҡдим итте. Экспоненттар иртәнән алып эшләй башлай.

Был күргәҙмәләр ҡала халҡына бик оҡшай, сөнки бында модельерҙарҙың яңы идеялары менән танышырға һәм гардеробыңды тулыландырырға мөмкин. Хаҡты етештереүселәр үҙҙәре билдәләй, шуға күрә күргәҙмәләрҙә, ғәҙәттә, сауҙа бик әүҙем бара. Өфө трикотаж фабрикаһы кеүек ҙур етештереүселәр генә түгел, бәләкәй предприятиелар, шула иҫәптән ательелар ҙа килеүселәрҙе баштан-аяҡ кейендерергә әҙер.

Модалы кейемдең айырылғыһыҙ өлөшө – ҡыҙыҡлы аксессуарҙар. Күргәҙмәлә улар ҙа аҙ түгел. Ҡиммәтле металдарҙан биҙәүестәр һәм элиталы бижутерия.

Күргәҙмәләр дүрт көн буйына эшләйәсәк. Программаның кульминацияһы булып “Модалы заман” гала-шоуы торасаҡ. Ул “Евро-Өфө-Азия” форумы юбилейына арналасаҡ. Модельерҙар үҙҙәренең яңы коллекцияларын күрһәтәсәк.