4 декабрь, Йәкшәмбе

05 ноябрь 2009 йыл, 10:50

Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған митинг булып уҙҙы

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә Рус драма театры алдында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған митинг булып уҙҙы. Уның ойоштороусылары – “Берҙәм Рәсәй” һәм “Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы” сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы Президиумы ҡарары менән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы саралар илебеҙ төбәктәренең барыһында ла булып уҙҙы.

Өфөлә берҙәм рәсәйлеләр һәм йәш гвардиясыларҙың активы йыйылған митингы ”Рәсәйгә ышанабыҙ, үҙебеҙгә ышанабыҙ!” девизы аҫтында үтте. Унда  БР  Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Думаһы  һәм  республика парламенты депутаттары ҡатнашты.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе  сәйәси  советы секретары Шамил Биҡҡолов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, былай тине:

– Был байрамды көрәштә түгел, ә берҙәм булып, тыныс  һәм килешеп йәшәп ҡаршы алыуыбыҙ мөһим. “Берҙәм Рәсәй” партияһы  Рәсәй йәмғиәтенең  яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды һәм һайлау һөҙөмтәләре рәсәйлеләрҙең партияға ҡарата ышанысын  тулыһынса раҫланы.

Митингыла йәштәр исеменән  “Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы” төбәк штабы начальнигы урынбаҫары Константин Каннуников сығыш яһаны:

–   1612 йылда Рәсәй халыҡтары Ватаныбыҙҙы  сит ил баҫҡынсыларынан азат итте, бойондороҡһоҙ  Рәсәй  дәүләтселеген тергеҙҙе.  Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын күрәбеҙ. Беҙҙең барыбыҙға ла бөгөн көслө, берҙәм, доньяла танылған һәм   ихтирам яулаған Рәсәй кәрәк.

Һуңынан Рус драма театрында республика баш ҡалаһының ижади коллективтары байрамса концерт  ҡуйҙы.

темалар: Байрамдар