4 декабрь, Йәкшәмбе

03 ноябрь 2009 йыл, 16:42

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республика халҡын 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:  

“Ҡәҙерле ватандаштар!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым!

Ошо иҫтәлекле байрам көндө беҙ ҡатмарлы, йыш ҡына ғәйәт ауыр һынауҙарҙа Ватаныбыҙҙы һаҡлаған рәсәйҙәрҙең барлыҡ быуындарын тәрән хөрмәт менән хәтергә төшөрәбеҙ. Ул ил яҙмышына битараф булмаған һәр ҡайһыбыҙ өсөн ҡәҙерле.

Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән төрлө дин, милләт һәм ҡатлам кешеләренең үҙ ихтыяры менән берҙәм ынтылышта Ватанды илбаҫарҙарҙан азат итеүе батырлығы бер ваҡытта ла онотолмаҫ!

Шул көндәрҙәге ваҡиғалар хаҡлы рәүештә милли татыулыҡ, Рәсәй дәүләтен тергеҙеү һәм нығытыу символына әүерелде. Илһөйәрлектең ошо сағыу йолалары совет халҡының киләһе йыл бөтә донъя тарафынан 65 йыллығы билдәләнәсәк  Бөйөк Ватан һуғышында оло Еңеүендә сағылыш тапты.

Бына дүрт быуаттан ашыу инде Башҡортостан халҡы ла Рәсәй державаһына тоғро хеҙмәт итә, уның иҡтисади ҡеүәтен, фәнен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә, данлы хеҙмәт һәм хәрби еңеүҙәргә ҙур өлөш индерә. Бында милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ, төбәк халыҡтарының дуҫлығы һәм туғандаш хеҙмәттәшлеге ептәре барлыҡҡа килде. Был беҙгә бөгөн дә бөтә ауырлыҡтарҙы һәм ябай булмаған һынауҙарҙы уңышлы еңеп сығырға ярҙам итә.

Республика иҡтисадының хәҙерге ҡаҙаныштары, һаулыҡ һаҡлау, фән, мәғариф һәм мәҙәниәттең эҙмә-эҙлекле үҫеше, халыҡтың йәшәү кимәле һәм сифаты – беҙ үткән юлдың уңышлы булыуына, һайланған үҙгәртеп ҡороуҙар курсының хаҡлылығына ышаныслы дәлил ул.

Беҙҙе киләсәктә лә уртаҡ яҙмыш, күп быуатлыҡ рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәр, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыуға, Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен һәм абруйын нығытыуға йүнәлтелгән ныҡышмалы тырыш хеҙмәт берләштерһен.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә бөйөк Рәсәй хаҡына яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.