3 декабрь, Шәмбе

03 ноябрь 2009 йыл, 16:09

Быйыл 25 күп балалы ғаиләгә 49,4 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаты тапшырылған

автор: Эльмира Сабирова

– 2009 йылда  25 күп балалы ғаиләгә  49,4 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаты тапшырылған, – тине БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе  балаларға мәктәп формалары бирелә, дөйөм  белем биреү мәктәптәрендә  һәм башланғыс  һөнәри учреждениеларында уҡыусылар бушлай туҡлана һәм башҡа бик күп льготалар ҡаралған. Ағымдағы йылдың туғыҙ айында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә сығымдарҙы  ҡаплау өсөн 23,2 мең ғаиләгә 87,5 миллион һумлыҡ  аҡсалата компенсация бирелгән.

Туғыҙ һәм унан да күберәк 18 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләргә “ГАЗель” микроавтобустары бирелә. 2001 йылдан бирле  38 ғаилә машина менән тәьмин ителгән. Йыл  аҙағына тиклем тағы ла 16 күп балалы ғаиләгә транспорт биреләсәк.

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙән тыш, республикала тулы булмаған, социаль яҡлауһыҙ ғаиләләр ситләтелмәй.

2009 йылдың туғыҙ айында 79,8 мең аҙ тәьмин ителгән граждандарға һәммәһе 89,4 миллион һум социаль пособие  түләнгән. Ярҙамдың был төрө күп балалы  һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, ғәрип, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға,  эшләмәүсе пенсионер йәки ғәрип  ата-әсәле  балаларға күрһәтелә.

Фидус Ямалтдинов әйтеүенсә, бындай дәүләт ярҙамы саралары республиканың меңәрләгән ғаилә тормошонда ыңғай сағылыш таба.

– Әммә ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә  нығыраҡ ярҙам күрһәтеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарырға кәрәк әле,– тине Фидус Әғләм улы.– Ғаилә институтының абруйын күтәреү өлкәһендә эште камиллаштырыу талап ителә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн, әлбиттә, дәүләт структураларының  һәм  йәмәғәт  ойошмаларының  тырышлыҡтарын берләштереү кәрәк.

темалар: Социаль яҡлау