9 декабрь, Йома

03 ноябрь 2009 йыл, 16:00

Ҡала властары лотерея үткәреүҙе контролгә алды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡала Советы депутаттары Өфө ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә муниципаль лотереялар үткәреү тәртибе тураһында яңы Положениены раҫланы.

Положениела Өфөлә лотерея үткәреү тәртибе һәм приз фондын ойоштороу принциптары билдәләнде. Шулай уҡ муниципаль лотереяла ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау айырым пункт итеп яҙылды.

Өфөлә лотереяларға контролде ҡала хакимиәте планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр юлы менән алып барасаҡ. Бында лотереяларҙы ойоштороусыларҙың документацияһы тикшерәләсәк, шулай уҡ тираж үткәреүҙе күҙәтеү өсөн мэрия вәкиле урындарға барасаҡ.

Үҙҙәренең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен боҙған осраҡта лотереяла ҡатнашыусыларҙың һәр береһе хәҙер ҡала хакимиәтенә ялыу менән мөрәжәғәт итә ала. Бындай мөрәжәғәттәр нигеҙендә лотерея ойоштороусыларҙы пландан тыш тикшереү үткәреләсәк.