Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үткәрелә

Сәйәсәт

12-14 ноябрҙә Өфөлә “Башҡортостан Республикаһында Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре” төбәк-ара форумы үтәсәк.

Өс көнлөк форум сиктәрендә Пермь крайы башҡорт фольклор коллективтары концерттарын, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте, милли аш-һыу күргәҙмәләрен ойоштороу, шулай уҡ Пермь делегацияһын Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни үҙәктәренә алып барыу планлаштырыла.

“Башҡортостан Республикаһында Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре” проектының стратегик маҡсаты булып Пермь башҡорттарының үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге социаль мөһим башланғыстарын тормошҡа ашырыу географияһын киңәйтеүгә булышлыҡ итеү тора. Форум ике яҡлы мәҙәни һәм иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Шуны ла әйтергә кәрәк, бындай саралар республикабыҙҙа тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй. Башҡортостанда башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы айҡанлы “Башҡортостан Республикаһында Рәсәй төбәктәре башҡорттарының мәҙәниәт көндәре” программаһы эшләп килә. Был программаға ярашлы, 2007 йылда республикала беренсе булып Силәбе башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үтте.

Үҙ сиратында, Башҡортостан делегацияһы йыл һайын Пермь крайында губернатор хакимиәте ярҙамында ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Шуларҙан иң ҙуры – Һабантуй милли байрамы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть