9 декабрь, Йома

03 ноябрь 2009 йыл, 14:58

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлауҙар

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.

Дәүләт башлығы ҡотлауында шулай тиелә:

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙҙе дәүләт байрамы – Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым.

Беҙ уны халҡыбыҙҙың тарихи батырлығына, Ватаныбыҙ азатлығын яҡлап алып ҡалырға һәм Рәсәй дәүләтселеген нығытырға ярҙам иткән күп быуатлыҡ граждандар берҙәмлеге һәм ватансылыҡ традицияларына ихтирам билдәһе итеп ҡабул итәбеҙ.

Бөгөн дә, алыҫ үткәндәге кеүек үк, улар Рәсәй йәмғиәтенең үҫеү һәм сәскә атыу нигеҙҙәре булып тора.

Һеҙгә һаулыҡ һәм яңы уңыштар теләйем.

Д.Медведев».

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың ҡотлауында былай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!

Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә киткән был байрам Рәсәй тарихындағы иң сағыу һәм героик биттәрҙең береһен хәтерләтә. Ул берҙәмлек көсө менән Ватаныбыҙ бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн һаҡлап алып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙың бөйөк батырлығы менән мәңгелеккә бәйләнгән.

Халҡыбыҙҙы бөгөн дә рухи берҙәмлек тойғоһо, үҙ иле өсөн ғорурлыҡ, уның сәскә атыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләүгә ихлас ынтылыш берләштерә.

Һеҙгә уңыштар, билдәләнгән пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, ныҡлы һаулыҡ һәм изгелек теләйем.

В. ПУТИН”.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин да ҡотланы.

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Был байрам тарихыбыҙҙың героик биттәре, Тыуған илдең азатлығы, үҙ аллы үҫеше һәм именлеге хаҡына дөйөм милли берҙәмлектең күп быуатлыҡ традициялары тураһында хәтерләтә. Алыҫ 1612 йылда атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаҙаныштары илһөйәрлек һәм Ватан яҙмышы өсөн дөйөм яуаплылыҡты тәрән аңлау өлгөһө булып тора.

Бөгөн дә гражданлыҡ һәм илгә һөйөү Рәсәй йәмғиәтен нығыта, беҙгә иң ҡатмарлы һәм күләмле милли бурыстарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға Рәсәй хаҡына эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ, именлек һәм изгелектәр теләйем.

Ихтирам менән, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе С. НАРЫШКИН”.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимовты шулай уҡ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Г. Рапота, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары В.Зубков, РФ Федераль таможня хеҙмәте етәксеһе А. Бельянинов, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе С. Васильев, РФ Пенсия фонды идараһы рәйесе А. Дроздов, Федераль юл агентлығы етәксеһе А. Чабунин, Мордва Республикаһы башлығы Н. Меркушин, Удмурт Республикаһы Президенты А. Волков, Ҡарасәй-Черкес Республикаһы Президенты Б. Эбзеев, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы Президенты А. Каноков, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы В. Шанцев, Пермь крайы губернаторы О. Чиркунов, Һарытау өлкәһе губернаторы П. Ипатов, Киров өлкәһе губернаторы Н. Белых, Кемерово өлкәһе губернаторы А. Тулеев, Волгоград өлкәһе хакимиәте башлығы Н. Максюта, Ростов өлкәһе хакимиәте башлығы (губернаторы) В. Чуб, Ульяновск өлкәһе губернаторы, өлкә хөкүмәте рәйесе С. Морозов, Ханты-Манси автономиялы округы — Югра Думаһы рәйесе В. Сондыков, Ҡурған өлкә думаһы рәйесе М. Исламов, Түбәнге Новгород өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе В. Лунин, Ырымбур өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе  Д. Кулагин, Хакасия Республикаһы хөкүмәте рәйесе В. Зимин, Тыва Республикаһы хөкүмәте рәйесе Ш. Кара-Оол, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Волга буйы федераль округы буйынса төбәк сик буйы идаралығы начальнигы В. Губенко һәм башҡалар ҡотланы.

Телеграммалар килеүен дауам итә.