5 декабрь, Дүшәмбе

03 ноябрь 2009 йыл, 13:25

Поликлиникаларҙы тар белгестәр менән тәьмин итеү бик мөһим

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мэриялағы кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев Өфө поликлиникаларын тар махсуслашыу врачтары менән тәьмин итеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаланың күп дауалау учреждениеларында тар белгестәр етешмәй. Һөҙөмтәлә халыҡ ваҡытында квалификациялы ярҙам ала алмай һәм ҡабул ителеүгә яҙылып, оҙон сиратҡа баҫырға мәжбүр. Мәҫәлән, 143-сө поликлиникалағы осраҡты ғына алайыҡ, унда окулисҡа 270 кеше яҙылған.

Был проблеманы өлөшләтә хәл итеү мөмкинлеге сифатында Павел Качкаев медицина учреждениеларына тулы булмаған эш көнө шарттарында етешмәгән специальностар буйынса өҫтәмә врачтар ҡабул итеүҙе атаны. Ғәмәлгә индерелгән “Электрон регистратура” программаһына ҙур өмөттәр бағлана, ул поликлиникаларҙа пациенттарҙың ағымын оптималләштерергә тейеш.

— Тик был осраҡта медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре яғынан мутлашыуҙарға юл ҡуймау бик мөһим, — тип иҫәпләй Павел Качкаев. – Поликлиникаларҙа тар белгестәргә, әйтәйек, көнөнә 10 кешене бушлай нигеҙҙә яҙып, ҡалғандарын түләүле ҡабул итеү осраҡтары билдәле. Бындай ҡараш граждандарҙың социаль гарантия алыуға хоҡуҡтарын сикләй.