7 декабрь, Шаршамбы

03 ноябрь 2009 йыл, 12:03

Уйын бизнесына сик ҡуйырға тырышалар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Законһыҙ уйын бизнесына ҡаршы көрәш Өфө өсөн элеккесә актуаль булып ҡала. Бөгөн был мәсьәлә мэриялағы кәңәшмәлә ҡарала. Өфө ҡалаһы ҡала округының “Дизайн һәм тышҡы реклама идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе Павел Әмировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Уйын бизнесын көйләү тураһында” Федераль закон көскә ингәндән алып ҡалала 86 уйын йорто алтаҡталары бөтөрөлдө.

Закон ҡабул ителеүгә Өфөлә 159 уйын салоны иҫәпләнә ине. Хәҙерге ваҡытта уларҙың күбеһе ябылған. Әммә теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ҡаланың төрлө өлөштәрендә 30-лап ошондай йорт эшләүен дауам итә.

— Был проблема илебеҙҙең башҡа ҙур ҡалаларына ла хас, — тине ҡала мэры Павел Качкаев. – Әммә был кемгәлер ҡарап, ҡул һелтәргә мөмкин тигәнде аңлатмай. Беҙ башҡа төбәктәргә кире өлгө булып тормау өсөн, законһыҙ уйын бизнесы кисекмәҫтән Өфөнән ҡыҫырыҡлап сығарылырға тейеш.

Уйын бизнесына ҡаршы көрәштең ҡатмарлылығы шуға ҡайтып ҡала: ҡала властары бер уйын клубының законһыҙ эшләүен иҫбатлап, уны ябырға өлгөрмәй, ҡаланың икенсе яғында ошондай яңы йорт барлыҡҡа килә. Һәм был быйыл 1 июлдән көскә ингән “Уйын бизнесын көйләү тураһында” Федераль закон менән, дүрт махсус бүленгән зонанан (Приморьела, Алтай крайында, Калининград өлкәһендә, шулай уҡ Краснодар крайы менән Ростов өлкәһе сигендә) тыш, уйын бизнесы Рәсәйҙең бөтә территорияһында тыйылыуға ҡарамаҫтан.