3 декабрь, Шәмбе

03 ноябрь 2009 йыл, 11:36

Өфөлә грипп эпидемияһы башланды

автор: Елена Макушина

Өфөлә грипп һәм ОРВИ эпидемияһы башланды. 26 октябрҙән 1 ноябргә тиклем осорҙа баш ҡалала 6898 кеше ауырыны, шул иҫәптән 54% —14 йәшкә тиклемге балалар.

Өфө халҡының грипп һәм ОРВИ менән сирләүе эпидемик сиктән 23 процентҡа юғары. Өлкәндәр араһында эпидемик сик 1,5 тапҡырға артығыраҡ. Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса ауырыуҙарҙан парагрипп вирустары һәм аденовирустар бүленеп сыға.

3 ноябрҙән Өфөлә "Грипп буйынса эпидемия осорона саралар планы" ғәмәлгә индерелә.

ОРВИ һәм грипп эпидемияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн республиканың  22 мәктәбендә, шул иҫәптән Өфөнөң 4 белем биреү учреждениеһында, көҙгө каникулдар бер аҙнаға алдараҡ башланды. Республиканың 4 юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеһында уҡытыу процесы туҡтатылды.

“Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы белгестәре, эпидемияның артабанғы үҫешен күҙаллау әлегә ҡатмарлы, тип иҫәпләй – быйыл республикала, тотош Рәсәйҙәге кеүек, ауырыуҙың иртә башланыуы күҙәтелә.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация буйынса кампания дауам иттерелә. ”Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә хәүеф төркөмө кешеләрен иммунлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән 800 мең вакцина дозаһы килтерелгән. Хәҙерге ваҡытта федераль бюджет средстволары иҫәбенә 747 мең кешегә прививка яһалған, был планлаштырылғандың 93 процентын тәшкил итә.

2 ноябргә мәғлүмәттәр буйынса республикала төрлө финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 868611 кешегә прививка яһалған, был бөтә халыҡтың 21,4 проценты. Ә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был эпидемия миҙгелендә уның таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә халыҡтың 30-40 процентына прививкалар яһарға тәҡдим итә.

Бөгөн республикала 4 пандемик грипп менән сирләү осрағы лаборатор тикшереп раҫланған. Сирләүселәрҙең барыһы ла сит илдәрҙән килгән. Пандемик гриптан үлеү осраҡтары теркәлмәгән.