9 декабрь, Йома

03 ноябрь 2009 йыл, 10:44

Төҙөлөш биләмәләрен үҫтереү – ҡала властарының иғтибар үҙәгендә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡала Советы депутаттары Өфөнөң төҙөлөш биләмәләрен үҫтереүҙе тикшерҙе. Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Сатаров әйтеүенсә, “2007-2015 йылдарға Өфө ҡалаһы ҡала округының төҙөлөш территорияларын үҫтереү” муниципаль адреслы программаһы сиктәрендә алып барылған был йүнәлештәге эш граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү, яңы инженер селтәрҙәре төҙөү, ҡала кварталдарын планлаштырыу һәм ҡайтанан планлаштырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе индерә.

Был программаға ярашлы, быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса һүтергә һәм реконструкцияларға тейешле торлаҡтан граждандарҙы күсереүҙе финанслау өсөн Өфөлә 3,219 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Шуның 1,156 миллиард һумын – федераль бюджеттан,  736 миллионын – республика, 142 миллион һумын ҡала бюджетынан средстволар тәшкил иткән, ә 1,184 миллиарды – төҙөүселәр средстволары.

Бынан тыш, быйыл ҡалала бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарҙан яңы инженер селтәрҙәре төҙөлөшөнә 171,2 миллион һум бүленгән.

Йыл башынан алып Өфөлә ҡала кварталдарын планлаштырыу буйынса 15 проект башҡарылған, шуларҙың алтауһы – ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы проекты буйынса һәм туғыҙы – инвесторҙар заказы буйынса.