5 декабрь, Дүшәмбе

03 ноябрь 2009 йыл, 10:05

Валерий Голенко: Башҡорт атлыларының батырлығы тураһында иҫтәлек мәңге һаҡланасаҡ

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә  Украинаның Луганск өлкә советы рәйесе Валерий Голенконан хат килде. Хатта ул “Данлы атлылар юлдары буйлап”  Халыҡ-ара акцияһын ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерә.

Хатта шулай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Луганск өлкә Советы депутаттарынан һәм шәхсән үҙемдән “Данлы атлылар юлынан” Халыҡ-ара акцияһын ойоштороуға индергән өлөшөгөҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп алығыҙ. Унда ҡатнашыусылар Луганск өлкәһенең Петровское ҡалаһында “Башҡорт атлылары” скверын асыуҙа ҡатнашты.

Бөйөк Ватан һуғышы халыҡтарыбыҙ өсөн ҙур һынау булды, ә фашизмды Еңеү күп һанлы ҡорбандар һәм азат итеүсе һалдаттарыбыҙҙың тиңдәшһеҙ батырлығы һәм ҡаһарманлығы аша яуланды. Украина ере ҡот осҡос һуғыштарҙың шаһиты булды. Беҙҙең тыуған яғыбыҙҙы һаҡлағанда һәм азат иткәндә генә 100 меңдән ашыу кеше батырҙарса һәләк булды.

Улар араһында легендар командир, башҡорт халҡы батыры генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы геройҙары ла бар. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа сиктән тыш ауыр шарттарҙа башҡорт атлылары дошманға ҡаршы үҙ-үҙҙәрен аямай һуғыша. 1943 йылдың февралендә Луганск ерен азат итеү өсөн тиңһеҙ алышта Миңлеғәли Шайморатов һәм уның яугир иптәштәре батырҙарса һәләк була. Уларҙың батырлығы хаҡында иҫтәлек халҡыбыҙ йөрәгендә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек, изгелектең яуызлыҡ өҫтөнән тантана итеүе символы булып мәңгегә ҡалыр.

2009 йылдың 15 авгусында Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулды. Уның юбилейы йылында Луганск ерендә “Башҡорт атлылары” скверы барлыҡҡа килеүе тәрән мәғәнәгә эйә. Скверҙа батырҙың тыуған яғы ағастары – тирәктәр ултыртылды.

Бөгөн, Көнбайыш Украинала фашистарға ярҙам иткән “Галичина” СС дивизияһы һуғышсыларына, Шухевич һәм Бандераға монументтар ҡуйыуҙы мөмкин тип иҫәпләгән ваҡытта, Миңлеғәли Шайморатов һәм уның легендар атлылары кеүек ысын батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм йәштәрҙе уларҙың батырлығы өлгөһөндә тәрбиәләү – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы тарихын – кешелекте фашизмдан ҡотҡарыусыларҙың батырлығын боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуя алмайбыҙ.

“Данлы һыбайлылар юлынан” халыҡ-ара акцияһы этаптарының береһен Украинала үткәреү халыҡтарыбыҙ тарихының бөйөклөгө, күршеләрсә дуҫлыҡ һәм туғандарса ярҙам традициялары хаҡында һөйләй.

Беҙ Башҡортостан Республикаһы менән төрлө яҡлап хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуыбыҙҙы белдерәбеҙ.

Ихтирам менән өлкә Советы рәйесе В.Н. Голенко”.