10 декабрь, Шәмбе

03 ноябрь 2009 йыл, 9:41

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә Илшат Солтангәрәев еңеү яуланы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә   Әҙеһәм Исҡужин  исемендәге  икенсе Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы тамамланды. Уның һөҙөмтәләре буйынса Гран-при Өфө егете,“Мираҫ” фольклор ансамбленең ҡурайсыһы Илшат Солтангәрәевҡа тапшырылды. Фәнил Баязитов (Өфө) 16 йәшкә тиклем, Салауат Хәлилов (Күмертау) 16 йәштән өлкәнерәк ҡурайсылар араһында иң яҡшылары, тип танылды һәм беренсе дәрәжә лауреаттары дипломдары  менән бүләкләнде.

Конкурс лауреаттары  араһында  бер пенсионер ҙа бар. Ул – Белорет районы Сәрмән ауылынан Әсҡәт Хәйернуров. Жюри ағзалары, ә улар Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, билдәле ҡурайсылар Азат Әйетҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, оло йәштәге ҡурайсының музыкант оҫталығынан тыш, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле  башҡарыуын юғары баһаланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  Әҙеһәм Исҡужин исемендәге  икенсе  Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсында  ҡурайҙа  уйнау  оҫталығына  эйә  булған 90 музыкант  ҡатнашты. Уларҙың   күптәре – республика ҡала һәм райондары вәкилдәре.

Конкурсты ойоштороусылар – Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы һәм Башҡортостан Ҡурайсылар берлеге.

темалар: Конкурстар