4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 17:09

Мордва халҡының V съезында Башҡортостандың милли сәйәсәте билдәләнде

автор: Николай Ермоленко

Хәбәр итеүебеҙсә, 28-31 октябрҙә Саранск ҡалаһында мордва (муҡшы һәм эрзя) халҡының V съезы үтте. Уның эшендә  Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Съезд тураһындағы тәьҫораттары менән БР Мордва милли-мәҙәни автономияһының яуаплы сәрҡәтибе Алевтина Карпова бүлеште.

“Съезды ойоштороу кимәле юғары булды, –  тине ул. – Абруйлы форумда  ҡатнашыусыларҙы бик йылы ҡаршы алдылар. Башҡортостандан һигеҙ делегат барҙыҡ. Беҙҙең төркөмдә сығышы менән Өфө губернияһынан булған, мордва мәғрифәтселегенә нигеҙ һалыусы  рухани  Авксентий Филиппович Юртовтың  ейәне, бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Илтерәк ауылында йәшәүсе Анатолий  Юртов булды.

БР Мордва милли-мәҙәни автономияһының мордва телен  һәм мәҙәниәтен артабан үҫтереү буйынса  эшмәкәрлеген юғары баһалауҙары беҙҙе, әлбиттә, бик шатландырҙы. Был турала үҙенең сығышында  Мордва Республикаһы башлығы Николай Меркушкин, Мордва Республикаһының  Милли сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Александр Лузгин әйтеп үтте. Стәрлетамаҡ педагогия колледжы уҡытыусыһы Валентина Тихонова Мордва Республикаһы башлығы ҡарары менән Хөрмәт грамотаһы менән бүләкләнде.”

темалар: Милли сәйәсәт