9 декабрь, Йома

02 ноябрь 2009 йыл, 16:47

Өфөләрҙе бигерәк тә торлаҡ торошо борсой

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө халҡы ҡала хакимиәтенә йышыраҡ торлаҡ торошо һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр сифаты буйынса мөрәжәғәт итә. Октябрь айындағы “ҡыҙыу пейджер” эше һөҙөмтәләре ошо турала раҫлай.

Мэрияның мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо айҙа был хеҙмәткә килгән 169 мөрәжәғәттең 95-е – йорттарҙың торошона, 24-е ихаталарҙы төҙөкләндереүгә ҡағылды. Бынан тыш, һалҡындар башланыу менән йылытыу буйынса 46 һорау килде.

Уҙған айҙа иң күп мөрәжәғәттәр – Калинин районынан (43), иң аҙы Ленин районынан (6) килде.

Өфөләр өсөн торлаҡтан ҡала актуаллеге буйынса икенсе урында йәмәғәт транспортының эш сифаты тора. Был тема буйынса 16 һорау бирелгән. Бында, статистика күрһәтеүенсә, пассажирҙар өсөн туҡталыш павильондарының торошо ла мөһим әһәмиәткә эйә. Ҡала халҡының ошондай мөрәжәғәттәре һөҙөмтәһендә Өфө шоссеһында урынлашҡан “Художестволы-сәнәғәт лицейы” туҡталышын төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “ҡыҙыу пейджер”ға үҙе теләгән тема буйынса һорауҙарын һәм тәҡдимдәрен һәр кем ебәрә ала. “Мэрия” абоненты адресына белдереүҙәр 2-770-911 телефоны буйынса ҡабул ителә.