10 декабрь, Шәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 16:33

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө

автор: Марина Шумилова

4 ноябрь көнө рәсәйлеләр бишенсе тапҡыр Халыҡтар берҙәмлеге  көнөн билдәләйәсәк. Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм  Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ  Рәсәй  дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.

Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Ватанды  сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа халыҡтарҙың тотороҡлолоғо, ватансылығы, үҙ-үҙен фиҙа ҡылырға әҙерлеге кеүек иң яҡшы сифаттары күтәрелде. Башҡортостан яугирҙәренең дә  азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Улар, үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Рәсәй армияһының күп кенә походтарында ҡатнашты, 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтте. Яугирҙәребеҙ  Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен данға күмде.

Был байрамды билдәләп, беҙ күп милләтле Рәсәй  халҡының ватансылығына һәм берҙәмлегенә, ябай булмаған, ә ауыр һынауҙар осоронда бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған Рәсәй халҡының барлыҡ быуындарына тәрән ихтирам белдерәбеҙ. Быуаттар дауамында Башҡортостан халҡы, державаның ышаныслы, таяныс төбәктәренең береһе булараҡ, һәр саҡ Рәсәй менән бергә булды.  Республиканың ҡаҙаныштары – үтелгән тарихи юлдың уңышлы, юғары дәрәжәлә ыңғай булыуына ышаныслы дәлил ул.

Күп милләтле Рәсәй халҡы берлектәге фиҙакәр көрәше,ныҡышмалы  хеҙмәте менән күп быуатлыҡ тарихында шаҡтай ҡаҙаныштарға өлгәште. Бөгөн дә Рәсәйҙең бөтә граждандарының да берләшеүе – Тыуған илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуҙың  һәм уның бөйөклөгөн тергеҙеүҙең иң мөһим сығанағы.

4 ноябрь тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған. Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа өндәй.  Был уның әһәмиәтен генә  арттыра. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү йәштәрҙе патриотик һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләү, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа  ҙур әһәмиәткә эйә. Рәсәй тарихындағы бөтә осорҙарға – революцияға тиклемге, совет осорҙарына, шулай уҡ дәүләт символдарына һәм үткән замандағы бөйөк эшмәкәрҙәргә оло ихтирам – беҙҙең киләсәгебеҙҙең лайыҡлы нигеҙе ул.

Бөгөн республика илебеҙҙең социаль тотороҡлоҡ, милләт–ара һәм конфессия–ара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм халыҡтар туғанлығы хас булған терәк төбәге. Бөтә йәмғиәттең  берҙәм тырышлығы менән илдең ҡеүәте арта, көнүҙәк проблемалар хәл ителә, халыҡтың тормошо яҡшыра. Ошо байрам беҙҙең гражданлыҡ тойғоларыбыҙҙы нығыта, Тыуған илгә булған һөйөү барыбыҙҙы ла берләштерә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Юрий Леваданың аналитика үҙәге (Левада центр) яңы байрамды нисек ҡабул итеүҙәрен тикшереү маҡсатында  социологик һорау  үткәргән. Һорау һөҙөмтәләре буйынса   респонденттарҙың  31 проценты был байрамдың  нисек аталыуын  дөрөҫ атаған. Шулай итеп, 2005 йыл менән сағыштырғанда, дөрөҫ яуап биреүселәр һаны дүрт тапҡырға артҡан. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн йышыраҡ уҡыусылар һәм  студенттар (22%), эшҡыуарҙар(21%), етәкселәр һәм идара хеҙмәткәрҙәре(20%), 25-40 йәшле рәсәйлеләр билдәләй. Быларҙың барыһы ла Халыҡтар берҙәмлеге көнө байрамын таныу тигәнде аңлата. Әммә уның ысынлап та халыҡ байрамына әйләнеүе өсөн йышыраҡ тарих биттәренә ҡайтыу  талап ителә. Әлбиттә, был байрамдың сығышын, уның тарихи нескәлектәрен яҡшы белеү өсөн тарих буйынса уҡыу әсбәптарының йөкмәткеһен тулыландырыу кәрәк. Шул ваҡытта ғына 1612 йылдың 4 ноябре рәсәйлеләр өсөн ысынлап та әһәмиәтле, гражданлыҡ һәм рухи берҙәмлек көнө буласаҡ.

темалар: Байрамдар