Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Таҙалыҡ оҫтаһы-2009» конкурсы Гран-прийы – бөтә номинацияларҙа ла еңеүсегә

Иҡтисад

Өфөлә "Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы — 2009" VI махсус күргәҙмәһе сиктәрендә  үткән «Таҙалыҡ оҫтаһы-2009» конкурсы Гран-прийын «Francua Terri» клининг компанияһы яуланы.

Конкурс өс номинация буйынса үткәрелде: «Келәмде химик таҙартыу», «Быяла әйберҙәрҙе таҙартыу», «Йомшаҡ мебелде таҙартыу». Бөтә был  номинацияаларҙа ла «Francua Terri» компанияһы иң яҡшыһы булып сыҡты, шуға күрә лә төп призды яуланы ла инде.

Конкурс «Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» сикләнгән яуаплылыҡтағы йәмғиәте һәм Халыҡ-ара таҙалыҡ индустрияһы компаниялары ассоциацияһы тарафынан ойошторолдо. Өфөлә ул икенсе тапҡырына үткәрелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть