4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 15:27

Өфө компанияларын Екатеринбургка конференцияға саҡыралар

автор: Любовь Колоколова

27 ноябрҙә Екатеринбургта, «Гранд-Авеню» отелендә, «Туризмда On-line һатыу итеү һәм маркетинг» конференцияһы үткәрелә. Екатеринбург хакимиәте һәм Sabre Travel Network компанияһы ярҙамында уны USTA компаниялары төркөмө ойоштора.

Эксперттар һәм бизнес-форум ҡунаҡтары бюджетты оптималләштереү шарттарында традицион маркетинг стратегияларын нисек баланслау, интернет-маркетингка инвестицияларҙың һөҙөмтәлелеген күҙәтеп барыу, ҙур ҡалаларҙа һәм төбәктәрҙә был баҙарҙың үҙенсәлектәре кеүек күп кенә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.

Бизнес-форум туристик компаниялар, ҡунаҡхана бизнесы, банкылар һәм түләү системалары вәкилдәрен берләштерәсәк. Ойоштороусылар профессоналдар өсөн был мөһим ваҡиғала ҡатнашырға Екатеринбургтан, Өфөнән,  Силәбенән, Төмәндән, Пермдән  ҡунаҡтар саҡыра.

Проекттың мәғлүмәт партнерҙары –mail.ru интернет-порталы һәм «Commercial Real Estate» журналы. Конференцияға «Деловой квартал» журналы сайты (www.dkvartal.ru),   Екатеринбургтың 66.ru заманса порталы һәм «Башинформ» агентлығы мәғлүмәт ярҙамы  күрһәтәсәк.

Ентекле мәғлүмәтте www.event.ustagroup.ru сайттында табырға мөмкин.