Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан менән Ярославль өлкәһе килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Ярославль өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеүгә ярашлы, сауҙа-иҡтисад өлкәһендә яҡтар төбәк предприятиелары араһында туранан-тура килешеүҙәр нигеҙендә продукция оҙатыуҙы ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.

Предриятиелар араһында партнерлыҡ бәйләнештәрен үҫтереүҙә, үҙ-ара файҙалы килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыуҙа, производство структуралары булдырыуҙа, үҙ-ара мәғлүмәти тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Төбәктәр шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итергә, берлектәге инвестицион һәм инновацион эшмәкәрлек ойошторорға ниәтләй.

Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә Ярославль өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы стажировка үтеү һәм алдынғы уҡыу алымдарын өйрәнеү маҡсатында мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусы йәштәр делегациялары менән алмашырға планлаштыра.

Шулай уҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау , йәштәр сәйәсәте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тергеҙеү өлкәләрендә, экологик именлекте тәьмин итеү мәсьәләләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек үҫтереләсәк.

Килешеү биш йыл буйына ғәмәлдә буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть