Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика райондарында “Гәлсәр һандуғас” фестиваленә һайлап алыу этабы башлана

Йәмғиәт

Республика райондарында популяр  “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурс-фестиваленә  һайлап алыу  этабы башлана. Проекттың һайлап алыу концерттары Илеш районының Үрге  Йәркәй ауылында 6 ноябрҙә башлана һәм айҙың 16-на  тиклем дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә проектты ойоштороусылар Баҡалы, Ҡыйғы, Салауат, Дыуан һәм Мәсетле райондарында буласаҡтар.

“Башинформ” агентлығына  проекттың авторы һәм алып барыусыһы Земфира Байбулдина хәбәр итеүенсә, концерттарға 16 йәштән 30 йәшкәсә тиклемге башҡарыусылар саҡырыла. Райондарҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүселәр “Гәлсәр һандуғас -2010” фестиваленең икенсе һайлап алыу турына үтәсәк. Традиция буйынса ул телеүҙәк студияһында киләһе йыл ағымында барасаҡ. Уның еңеүселәрен телевизор ҡараусылар билдәләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть