5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 14:19

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар арта

автор: Ольга Горюнова

Уҙған  аҙнала баш ҡаланың икенсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метрҙың хаҡы 0,5 процентҡа күтәрелеп 38,27 мең һум тәшкил итте.

“Эксперт” күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәренән хәбәр итеүҙәренсә, бер бүлмәле фатирҙарҙың уртаса хаҡы 0,5 процентҡа күтәрелгән һәм бер квадрат метрҙың хаҡы 40,6 мең һумға еткән. Ике бүлмәле фатир хаҡы 0,7 процентҡа артҡан, бер “квадраттың” хаҡы 38,22 мең һум.Өс бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы 0,4 процентҡа арҡан һәм бөгөн 36,41 мең һум тәшкил итә. Күп бүлмәле фатирҙарҙа бер квадрат метрҙың хаҡы 37,15 мең һум.

Йыл башынан  бер бүлмәле фатирҙарҙың уртаса хаҡы 21,5 процентҡа арзанайған,  ике бүлмәле  — 21,7 процентҡа, өс  бүлмәле — 22,7 процентҡа, күп бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы 26,8 процентҡа төшкән.

Бөгөн иң арзан бер бүлмәле фатирҙы Өфө шоссеһы урамында  бер миллион һумға һатып алырға була, ә иң ҡиммәте —  дүрт бүлмәле фатир —  Достоевский урамында 16 миллион һум тора.

Өфө шоссеһы урамында иң түбән хаҡҡа бүлмә  500 мең һум тора. Ленин урамындағы иң ҡиммәт  бүлмәнең хаҡы  1,15 миллион һум тәшкил итә.

8-се Март ҡасабаһында иң ҡиммәт коттедж һатыла – уның хаҡы 18 миллион һум.