10 декабрь, Шәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 13:59

Аҙна һалҡын һәм ҡарлы буласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Яңы аҙна ысын мәғәнәһендә ҡыш яҡынлашыуын хәбәр итеүсе булырға оҡшай. Бөгөн, дүшәмбе, көн буйына тиерлек ябалаҡлап ҡар яуа. Бер нисә сәғәт эсендә ер өҫтөн ҡар юрғаны ҡапланы.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн көндөҙ Өфөлә термометр бағанаһы нуль тирәһендә тирбәләсәк, төндә минус алты градус күрһәтәсәк.

Эш аҙнаһының унан һуңғы көндәрендә һауа температураһы саҡ ҡына түбән төшәсәк – көндөҙ минус ике һәм төндә минус алты градусҡа тиклем. Аҙна буйына ҡар яуыуы ихтимал.

темалар: һауа торошо