6 декабрь, Шишәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 13:42

«Өфө» аэропорты “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының алтын бренды” наградаһын алды

автор: Любовь Колоколова

“Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡунаҡханаһы базаһында эшләүсе “Өфө-Транзит” тренинг-отеле Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы-2009” VI махсус күргәҙмәһе сиктәрендә үткән “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының алтын бренды” төбәк-ара конкурсында еңеүсе сертификатын яуланы. Тренинг-отелгә наградалар – иҫтәлекле кубок һәм миҙал – “Иң яҡшы маркетинг сәйәсәте” номинацияһында тапшырылды.

Конкурс “Башҡортостан күргәҙмә компанияһы” сикләнгән яуаплылыҡтағы йәмғиәте тарафынан ойошторолдо. Унда ҡунаҡхана һәм туристик бизнес менән шөғөлләнеүсе ҙур предприятиелар һәм ойошмалар, шулай уҡ бизнес-хеҙмәтләндереү ҙә күрһәтеүсе фирмалар ҡатнашты.

“Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятиеның ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренең Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы студенттарының производство практикаһын ойоштороуҙағы, эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа Өфө аэропорты брендын күрһәтеү өсөн шарттар булдырыуҙағы ҡаҙаныштары шулай билдәләнде.