4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 13:40

Башҡортостанда тәрбиәгә бала алған ғаиләләр конкурсының икенсе этабы башлана

автор: Эльмира Сабирова

Өфө ҡалаһының 2-се һанлы санатор мәктәбе-интернатында опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр   республика конкурсының икенсе  этабы башлана.

БР Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың тәүге этабы октябрҙә ҡала кимәлендә үткәрелгән. Еңеүселәр өс номинация буйынса асыҡлана: “Иң яҡшы опекун ғаилә”, “Иң яҡшы патронат ғаилә”, Тәрбиәгә бала алған иң яҡшы ғаилә”. Һөҙөмтәлә Өфөгә беренсе турҙа еңеү яулаусы 38 ғаилә килде. Жюри ғаиләлә нисә бала тәрбиәләнеүгә, үҫмерҙәргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуға, төрлө яҡлап үҫтереүгә, психик һәм физик тороштарының ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә, ижади һәләттәренә ҡарап баһа бирәсәк. Конкурстың икенсе этабы ноябрь урталарына тиклем барасаҡ —  республика конкурсының  һәр номинацияһы буйынса ҡатнашыусылар исемлеге төҙөләсәк.  

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, конкурс 2007 йылда ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙы үҫтереү, иң яҡшы опекун, патронат һәм

баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙе дәртләндереү  маҡсатында ойошторолғайны.

Еңеүселәр өсөн 100 мең һум күләмендә  БР Президентының өс премияһы  булдырылған. Бынан тыш БР Мәғариф министрлығының  премиялары ҡаралған.

Гала–концерт һәм  конкурста еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү  25 ноябрҙә үтәсәк.

темалар: Социаль яҡлау